Йәйге ялға мөмкин тиклем күберәк бала йәлеп итеү

Your browser doesn't support HTML5 video.

Республика Хөкүмәтендә балаларҙы йәйге һауыҡтырыу кампанияһын ойоштороуға мониторинг уҙғарыу буйынса кәңәшмә үтте.

Коронавирус эпидемияһына бәйле, быйыл малай-ҡыҙҙарҙың йәйге ялы яңы ҡағиҙәләр буйынса ойошторолорға тейеш. Әлеге ваҡытта илдә һәм республикала күп кенә лагерҙар Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы талаптарына бәйле асыла алмай. Рөхсәт алғанда килеп тыуған проблемаларҙың береһе балалар һауыҡтырыу лагерҙарында аш-һыу әҙерләү һәм таратыу өсөн биналар комплексы булмауы.

Ошо мәсьәләләрҙең барыһы ла бөгөн Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы, Мәғариф һәм фән министрлығы һәм башҡа профилле ведомстволар вәкилдәре ҡтанашлығында тикшерелде.

Бөгөн ата-әсәләрҙе борсоған мәсьәләләрҙең береһе кэшбек программаһы. Уға ярашлы ата-әсәләр путевка хаҡының 50 процентын ҡайтара ала. Әммә был суммаға әгәр ҙә һеҙ реестрға ингән лагерға путевка алған осраҡта ғына иҫәп тоторға мөмкин.

Гөлдәриә Йосопова