Ул ике йөҙҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк. Медицина учреждениеһы «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы сиктәрендә төҙөлгән.
Яңы бинаға ошо ауылда 1961-1994 йылдарҙа фельдшер булып эшләгән Иван Васильевтың исеме бирелде. Ауылдаштары уны үҙ эшенә яуаплы ҡараған юғары мәҙәниәтле белгес булараҡ иҫкә ала. Яңы медпункт пациенттарҙы ҡабул итергә тулыһынса әҙер – бында биҙәү эштәре тамамланған, ҡорамалдар ҡуйылған, бина интернет, һыу һәм электр уты менән тәьмин ителгән.
ФАП 130-ҙан ашыу кеше йәшәгән 4 ауылды хеҙмәтләндерәсәк. Йыл аҙағына тиклем райондың фельдшер-акушерлыҡ пункттары авария хәлендә булған ауылдарында 6 яңы медпункт асыу ҡарала.