Стәрлетамаҡ районында «Башҡорт балаҫы этникаһы» тип исемләнгән фестиваль уҙҙы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Унда килеүселәр балаҫ һуғыу сәнғәтенең юғары сифатлы өлгөләрен күрҙе. Оҫтабикәләр ошонда уҡ ҡуйылған станоктарында башҡорт балаҫын һуғыу серҙәренә өйрәтте. Теләүселәр оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, келәм туҡыу барышын күҙәтте.

Ойоштороусылар фекеренсә, фестиваль башҡорт милли мәҙәниәтен тергеҙеү, уны һаҡлау һәм йәш быуынға тапшырыуҙа мөһим роль уйнай.

Гөлдәриә Йосопова