Өфөнөң «Динамо» стадионында һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең еңел атлетика буйынса кроссы үтте. Ҡатын-ҡыҙҙар биш йөҙ метрға, ир-егеттәр бер саҡрым араға йүгерҙе.
Дөйөм команда зачетында беренселекте Белорет үҙәк район дауаханаһы табиптары алһа, икенсе, өсөнсө урындарҙы Бөрө белгестәре менән Өфөнөң 21-cе ҡала клиник дауаханаһы коллективы бүлеште.
Спорт сараһы 1998 йылдан даими ойошторола, табиптар сәләмәт тормош пропагандаһы алып барып, үҙ миҫалында физик культура һәм спорт күнекмәләренең мөһимлеген күрһәтә.
Гөлназ Хәйбуллина