Башҡортостан халҡы тирә-яҡты бысратыуға бәйле мәғлүмәт менән таныша ала

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Экология кодексына үҙгәреш индерелде. Документ беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Закон проектына ярашлы, тирә-яҡ торошона бәйле мәғлүмәт халыҡҡа асыҡ һәм аңлайышлы булырға тейеш. Һыу һәм һауа таҙалығы, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, радиация күрһәткесе даими хәбәр ителеп барыла.