Башҡортостан юлдарында өҫтәмә 500 фото һәм видеокамера урынлаштырыла

Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәт Президиумы ултырышында юлда хәүефһеҙлек мәсьәләһе ҡаралды. Былтыр республикала 3 мең 757 автомобиль аварияһы теркәлгән. Юл транспорт ваҡиғаларында 455 кеше ғүмере өҙөлгән. Былтырғы менән сағыштырғанда, үлемесле авариялар һаны кәмегән. Вице-премьер Рәиф Әбдрәхимов әйтеүенсә, юл камералары йыл аҙағынаса ҡуйылып бөтә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Фото һәм видеокамералар ҡуйылған урындарҙа юл транспорт ваҡиғалары кәмеүе күҙәтелә. Әле республика юлдарында 1 меңдән ашыу камера урынлаштырылған.