Суперлигала “Б” төркөмөндә ир-егеттәр командалары араһында хәл иткес уйындар үтте. Аҙаҡҡы турҙа ”Аҡбуҙат” командаһы Силәбе өлкәһендә “Һуңкүл” клубы менән осрашты. Уйын Өфө гандболсылары файҙаһына 36-26 иҫәбенә тамамланды. “Аҡбуҙат” командаһы киләһе йылда ла Суперлигала ҡатнашыу хоҡуғын алды.