Баш ҡалала йәй аҙағында “Көньяҡ” паркын асыу планлаштырыла

Бөгөн Башҡортостан башлығы Өфөләге парк һәм ихаталарҙы ҡарап сыҡты. Радий Хәбиров “Көньяҡ” биҫтәһендә булды һәм бындағы парк төҙөлөшө менән танышты. Биләмәлә бер нисә спорт һәм уйын майҙансығы була, воркаут өсөн тренажерҙар урынлаштырыла. Уртала фонтан торасаҡ. Төҙөүселәр август аҙағына эштәрҙе теүәлләргә вәғәҙәләй. Радий Хәбиров Ҡашҡаҙан паркын төҙөкләндереү барышы менән дә танышты. Күлде таҙартыу тулыһынса тамамланған. Әле яр буйы тәртипкә килтерелә. Уңайлы ҡомлоҡ һәм ял итеү урындары булдырыла.