Электрон картаның өҫтөнлөктәре бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Транспорт сәғәте»ндә тикшерелде.
Хәҙер пластик карта урынына виртуаль вариантты ҡулланырға ла мөмкин. Шулай уҡ мобиль ҡушымтаны ғәмәлгә ашырғанда пассажирҙарҙың да тәҡдимдәре иҫәпкә алынған. Шуларҙың береһе билет хаҡын ике тапҡыр түләтеүгә юл ҡуймау. Белгестәр фекеренсә, тағы ла камиллаштырылған система ярҙамында аҡсаларҙы даими контролдә тоторға мөмкин. Башҡортостан Рәсәйҙә бындай тәжрибәне ҡулланған берҙән-бер төбәк һанала.
Рәмзиә Кәримова