Баймаҡ районында һыу инеү миҙгеле алдынан Талҡаҫ күлен таҙартҡандар

Күл төбөндә – тимер беседка.  Водолаздар күл төбөнән бик күп сүп-сар сығарған. Уларҙы иң аптыратҡан әйбер – металдан яһалған тирмә булған. Уның күл төбөнә нисек төшөүе тураһында бер кем дә әйтә алмай. Халыҡ социаль селтәрҙә ваҡиға урынында төшөрөлгән фотоһүрәттәр менән уртаҡлашҡан. “Кешеләр, битараф булмайыҡ. Тәбиғәткә зыян килтермәйек!” – тигән мөрәжәғәт ҡалдырған экоактивистар.