Өфөләге ташландыҡ майҙанда фонтан менән яңы, заманса ял урыны барлыҡҡа киләсәк

Проект буйынса «Таш йылға» тип аталған парк башҡаланың «Көньяҡ» биҫтәһендә урын алған. Уның майҙаны ҙур түгел, әммә бик йөкмәткеле. Бында уйын, спорт майҙансыҡтары ла, интерактив зона ла ҡаралған.

Бөгөн объектты төҙөү барышы менән Радий Хәбиров та танышты. Республика башлығы Өфөнөң башҡа парктарында ла булды. Эш сәфәре хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Йылдар буйы ташландыҡ хәлдә ятҡан майҙанда төҙөлөш ҡайнай. Эш тамамланыуға ҡарамаҫтан, әле үк уның башҡа парктарҙан айырмаһы күҙгә ташлана. Биләмәнең тау итәгендә һәм соҡор-саҡырлы ерҙә урынлашыуын иҫәпкә алып, бында бер нисә ҡатлы ял зонаһы эшләргә хәл ителгән. Ул йыл миҙгелдәренә бүленә, вулкан формаһында эшләнгән фонтан, интерактив уйын һәм спорт майҙансыҡтары.

Көньяҡ биҫтәләге парк майҙаны буйынса ҙур түгел, 3 гектарға яҡын. Әммә элекке алмағас баҡсаларынан ҡалған был майҙанға йылдар буйы сүп-сар түгелеүе эште ҡатмарлаштыра. Тәүҙә уны таҙартырға, тупраҡ менән тултырырға, ағас ултыртырға тура килә.

Бынан тыш, халыҡ та оҙаҡ ҡына уртаҡ фекергә килә алмай, берәүҙәр автомобиль ҡуйыу урыны, икенселәре балалар майҙансығы һорай. Йәмәғәтселектең талабы буйынса проект бер нисә тапҡыр үҙгәртелә, һөҙөмтәлә бар теләктәр ҙә иҫәпкә алына. Белгестәр әйтеүенсә, эргә-тирәлә генә 70 меңләп кеше йәшәй.

Сипайлово биҫтәһендәге «Ҡашҡаҙан» паркы ла яңырыу осоро кисерә. Күл төбөнән генә 40 мең йөк машинаһы ләм һәм сүп-сар сығарылған. Хәҙер һыуҙың иң тәрән урыны дүрт метрға етә. Күл уртаһында тирә-йүнде ҡарау өсөн елкән формаһындағы майҙансыҡ ҡуйыу күҙаллана. Әле яр буйын тҙөкөләндереү бара, бында яҡтыртыу ҡоролмалары, йырсы фонтан урынлаштырыу ҡаралған. Ҡуртымға кәмә-катамарандар алырға мөмкин буласаҡ.

Сипайлово биҫтәһенең «Ҡоштар» скверын да төҙөкләндереү көтә. Бында тәү сиратта үҫеп килгән быуындың ихтыяжы иҫәпкә алынған, сөнки эргәлә генә мәктәп, балалар баҡсаһы һәм ижади үҙәк урынлашҡан. Скверҙа заманса уйын, спорт майҙандарынан тыш, төрлө саралар ойоштороу өсөн сәхнә, китап алмаштырып уҡыуға буккроссинг зонаһы ҡаралған. Черниковка биҫтәһендә лә ике ял биләмәһендә төҙөкләндереү бара.

Ремонттан һуң былтыр файҙаланыуға тапшырылған парк хәҙер шат тауыштарҙан гөрләп тора. Бында һәр быуындың ихтыяжы иҫәпкә алынған. Бер зонала өлкән быуын вәкилдәре тренажерҙарҙа шөғөлләнә, икенсе майҙанда балалар өсөн тәғәйенләнгән спорт ҡоролмалары. Ә уйын ҡаласығы үҙе бер әкиәт донъяһы һымаҡ. Ял итеүселәр әйтеүенсә, парк күркәм генә түгел, һәр ваҡыт таҙа һәм бөхтә.

Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү менән бер рәттән, ихаталар һәм подъездар ҙа тәртипкә килтерелә. Әле Софья Перовская урамындағы ихатала ремонт бара. Уны ла ҙур булмаған ял зонаһы тип әйтергә мөмкин. Уйын, спорт майҙансыҡтары, машина ҡуйыу урындары эшләнә. Подрядсы ойошма вәкилдәре әйтеүенсә, майҙан тигеҙ түгел, шуға эш ғәҙәттәгенән оҙаҡҡа һуҙылған.

Кешенең тормошо дүрт стена эсендә генә сикләнмәй, ихатаға, парк-скверҙарға сығырға ла тура килә. Шуға күрә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүҙе лә йәшәү сифатын яҡшыртыуҙың бер алымы тип ҡарарға мөмкин. Бөгөн был йүнәлешкә ныҡлы иғтибар бирелә. Парк-скверҙарҙы тәртипкә килтереү ҡаланың йөҙөн дә ыңғай яҡҡа үҙгәртә, яңы һулыш бирә.

Рәмзиә Кәримова