Башҡортостанда онкологиянан үлем осраҡтары кәмегән

Былтыр яман шеш 6 973 кешенең ғүмерен өҙгән, был алдағы йыл менән сағыштырғанда 3,2 процентҡа аҙыраҡ.

Статистик мәғлүмәттәрҙе Хөкүмәт президумы ултырышында Максим Забелин килтерҙе. Һаулыҡ һаҡлау министры билдәләүенсә, быйыл ҡурҡыныс сирҙән тағы ла 2 555 кеше вафат булған. Әле республикала яман шеш ауырыуҙарын иртә стадияла асыҡлау өсөн профилактик сараларҙың иң һөҙөмтәле өс этабы билдәләнгән.

Шулай уҡ сиргә ҡаршы көрәштә 2019 йылдан ғәмәлгә ашырылған «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тәүге йылда 584, былтыр 111 кешелә яман шешкә шик булыуы асыҡланған. Бынан тыш, медицина ярҙамынан файҙаланыуҙы арттырыуҙы күтәреү маҡсатында төбәктәрҙә 10 онкологик ярҙам амбулаторияһы ойошторолған.

Илдар Байбулатов