Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу һорауҙары буйынса ведомство-ара комиссия төҙөү указына ҡул ҡуйылды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу һорауҙары буйынса ведомство-ара комиссия төҙөү указына ҡул ҡуйҙы. Ул файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыуға ҡайтып ҡала.

Ошо тәңгәлдә законһыҙ эш итеүселәрҙе күҙәтеүгә алыу өсөн Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында өҫтәмә штат урыны булдырыу ҡарала. Йәй дауамында Урал аръяғындағы барлыҡ карьерҙарҙы ла паспортлау бурысы ҡуйылған. Уның һөҙөмтәләре буйынса легаль булмаған эш итеүселәр менән хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнәсәк.

Экология министрлығында айырым штат урынын булдырыу бар эште лә яйға һаласаҡ. Урал аръяғы карьерҙарын тикшереү, барлау, ҡарау кеүек эштәр быға тиклем маркшейдер булмауға алып барылмаған. Бынан ары, ул контролгә алынасаҡ. Намыҫһыҙ ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларға хоҡуҡи баһа бирелер тип көтөлә.

Азат Бадранов, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары

Азат Ғәлиуллин