Ярҙамсы, психолог һәм дуҫ: Социаль хеҙмәткәр көнө

Социаль хеҙмәткәрҙәр һөнәри байрамын билдәләй. Үҙен башҡаларға бағышлаған һөнәр эйәһе хаҡында Баймаҡ районынан әҙерләнгән репортаж.

«Баймаҡ» үҙәгенең социаль хеҙмәткәре Зифа Ишмырҙина күп кенә ололар өсөн көтөп алынған ҡунаҡ. Уны өлкәндәр үҙ туғаны кеүек ҡабул итәләр. Ҡайҙалыр йыйыштырып, ҡайҙалыр йыуып алырға кәрәк. Тик күп осраҡта, ололар өсөн үҙ-ара аралашып алыу физик ярҙам күрһәтеүҙән дә мөһим.

Баймаҡ районында 600 ашыу кеше социаль хеҙмәтләндереү буйынса иҫәптә тора. Фәрзәнә Хисмәтоваға 83 йәш. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, ул оҙаҡ йылдар социаль хеҙмәткәр ҡарамағында.

Коронавирус пандемияһы осоронда “Баймаҡ” социаль хеҙмәтләндереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҙур эш башҡарҙы. Иҫәптә тороусыларҙан тыш, улар ҡурсаланыуҙа булған башҡа ололар мөрәжәғәттәре буйынса ярҙам күрһәтте.

Социаль хеҙмәткәр булып һәр кем эшләй алмай. Сабыр, ярҙамсыл, уртаҡ тел таба белеү мөһим. Баймаҡ үҙәгендә иһә һөнәре буйынса иң яҡшылар эшләй. Быны йылдар дауамында мәрхәмәтлек күрһәткән хеҙмәткәрҙәр иҫбатлай.