Көньяҡ Урал буйлап, һыбайлап...

Таулы Башҡортостандың хозурлығын тойоу өсөн эйәрле сәфәр иң яҡшы, тигән фекерҙә тәжрибәле туристар. Атлы турҙар йәнә халыҡ араһында популярлыҡ яулай. Урал тауҙарын гиҙергә тотош Рәсәйҙән сәйәхәтселәр килә.

Әммә хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә бар. Уларҙың береһе туристарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм маршруттарҙы маркировкалау. Ошондай турҙарҙың өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәрен асыҡлау маҡсатында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин атҡа атланды.

Инструктаж үтеп, өҙәнгеләр буйға ҡарап көйләнгәндән һуң атлы төркөм юлға сыға. Әкренләп, аҙымлап ҡына. Көньяҡ Уралдың хозурлығын тойоп, күкрәк тулғансы саф һауаны һулап өлгөрөр өсөн.

Коллоннала барған аттарҙың һәр береһенең үҙенең урыны. Иң башта Сиған ҡушаматлы ат, артабан Шайтан, һуңынан Аист. Мин Александр, йәғни Искәндәр ҡушаматлы атты эйәрләгәнмен.

Маршруттың бер өлөшөн һыбайлап үткәндән һуң, аттарҙан төшөргә тура килде. Артабан ҡаялыҡтар башлана. Унда йәйәүләп кенә үтергә мөмкин.

Тәбиғәт ҡосағына сәфәргә башлыса шаулы мегаполистарҙың тынсыу урамдарынан ялҡҡан замандаштарыбыҙ сыға. Шундайҙарҙың береһе Юлиә Ғәйнуллина. Ул Өфөләге билдәле бутиктарҙың береһендә администратор булып эшләй. Буш ваҡытында «Аҡбуҙат» ипподромында атта йөрөй. Һыбайлы турға тәүге тапҡыр сыҡҡан.

Сәфәр сығыусыларға айырым талаптар юҡ. Әммә һыбайлының йәше һәм тән ауырлығына иғтибар бүленә.

Йәндек һыртының иң бейек нөктәһе диңгеҙ кимәленән 924 метр бейеклектә. Унда менеү өсөн махсус тау әҙерлеге кәрәкмәй. Атта йөрөү өсөн дә уңайлы. Иң бейек урындан тирә-яҡҡа гүзәл манзара асыла.

Атлы сәфәр ғәҙәттә ял көндәренә тура килә. Маршрут Белорет ҡалаһы һәм Сермән, Шығай, Аҙналы кеүек ауылдарҙың яҡын урынлашыуы менән дә ҡыҙыҡлы. Автомобиль һәм тимер юлдары ла эргәлә генә. Япраҡлы һәм ылыҫлы урман, альп туғайҙары тау туризмын үҫтереү өсөн мөмкинлек бирә.

Шул уҡ ваҡытта әлеге маршрутты тулыһынса рәсми тип атауы ҡыйын. Турист һуҡмағы махсус маркировка үтмәгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән дә бәйләнеш саҡ булдырыла.

Атлы сәфәргә сығыусыларҙың ғүмерен страховкалау төшөнсәһе лә ят күренеш. Шуға ҡарамаҫтан, Йәндек һырты туристар араһында популярлыҡ яулай бара. Көньяҡ Уралдың хозурлығы йыл әйләнәһенә тәбиғәт һөйөүселәрҙең күңелен арбай.

Рафиҡ Әхмәтшин