Башҡортостанда шашка спорты үҫешә

Республика башлығы Радий Хәбиров ошо турала Указға ҡул ҡуйҙы. Был спорт төрөн үҫтереү программаһы әҙерләнә, йыл һайын халыҡ-ара турнир ойоштороу ҡарала. Шулай уҡ шашка буйынса дәүләт спорт мәктәбе булдырыла. Республиканың бөтә ҡала һәм райондарына шашка спортын үҫтереү буйынса үҙ аллы план әҙерләргә тәҡдим ителгән.