Өфөлә Башҡортостандағы иң ҙур мәктәп төҙөлөшө дауам итә

Баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә 1 мең 650 уҡыусыға иҫәпләнгән белем биреү усағы һалына. План буйынса мәктәп киләһе йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Төҙөүселәр уны быйыл ноябрҙә сафҡа индерергә ниәтләй. Мәктәп эргәһендә 345 урынлыҡ балалар баҡсаһы эшләй. Ул былтыр асылды. Төҙөлөш менән бергә биләмә тәртипкә килтерелә. Монтажлаусылар һәм төҙөлөш бригадирҙары Рәфил Насыров һәм Азамат Искәндәров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Быйыл республикала 7 мең урынға иҫәпләнгән 8 мәктәп файҙаланыуға тапшырыла.