“Салауат Юлаев” командаһының фин хоккейсылары юғары баһаға лайыҡ булды

 Континенталь хоккей лигаһы миҙгелгә йомғаҡ яһаны. Бүләкләү тантанаһында иң яҡшы уйынсылар һәм тренерҙар иғлан ителде. “Салауат Юлаев” командаһынан Тему Хартикайнен, Сакари Маннинен һәм Маркус Грандлунд звеноһы иң яҡшыһы тип танылды. Улар өсәү бергә дәғүәселәр ҡапҡаһына 64 шайба индергән. Быйылғы миҙгелдә юлаевсылар плей-офта Континенталь хоккей лигаһының сирек финалында төшөп ҡалды.