Республикала федераль трассалар ремонтлана

М-5 “Урал”, М-7 “Волга” һәм Өфө – Ырымбур юлдарында ете участкала төҙөкләндереү алып барыла. Юлға асфальт түшәлә, айырым урындары киңәйтелә, шулай уҡ яңы һыҙаттар төшөрөлә. Ремонт барған юл участкаларын интерактив картала ҡарарға була.