Рәсәй Президенты указына ярашлы, был урынға Владислав Дзюба тәғәйенләнде. Быға тиклем ул етәксе вазифаһын башҡарыусы ине. Владислав Дзюба Иркутск өлкәһендә тыуған. Сахалин өлкәһе һәм Саха-Яҡут республикаһында Яза башҡарыу федераль хеҙмәте идаралыҡтарында эшләгән.