Сочиҙа фехтование буйынса милли команда спортсылары йыйыны үтә. Унда Олимпиадаға юллама өсөн көрәш ойошторола. Өфөнән Тимур Сафин һәм Аделина Заһиҙуллина дәғүәселәрен еңеп, Олимпиадала ҡатнашыу хоҡуғын яуланы. Турнир быйыл июль-августа Токиола уҙа.