Йылайыр районында 39 йәшлек ир юл ҡазаһында һәләк булған

Ул идара иткән еңел автомобиль юл ситенә сығып осҡан, машина түңкәрелгән. Водителдең ваҡиға урынында уҡ ғүмере өҙөлгән. Үткән тәүлектә республика юлдарында 6 авария теркәлгән. Автоинспекторҙар 30 иҫерек шоферҙы ҡулға алған.