Бөгөн Башҡортостан Башлығы күсмә “Ауыл сәғәте” кәңәшмәһен үткәрҙе

Унда аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте мәсьәләләре ҡаралды. Радий Хәбиров белдереүенсә, предприятиеларҙың эшкәртеү ҡеүәтен арттырыу, халыҡты үҙебеҙҙә етештерелгән продукция менән тәьмин итеү мөһим. “Беҙ ҡараған программа тап ошоно күҙ уңында тота”, - тине Башҡортостан етәксеһе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров Өфөләге һөт комбинаты эше менән танышты. Предприятие республиканың 10-дан ашыу районы, шулай уҡ фермер хужалыҡтары менән хеҙмәттәшлек итә. Унда тәүлегенә 150 тонна с һөт эшкәртелә. Продукция бик күп мәктәп, балалар баҡсаһы һәм дауаханаларға оҙатыла. Радий Хәбиров эшкәртеү ҡеүәтен арттырырға ҡушты.