Республикала туристик агентлыҡтарға талаптар арта

Бындай ойошмалар Берҙәм федераль реестрға инергә тейеш. Үҙе тураһында мәғлүмәт бирмәгән ойошмаларҙың эшмәкәрлеге тыйыла. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ошо туралағы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡарарға әҙерләнә. Ҡанун сығарыусылар фекеренсә, үҙгәрештәр туристарҙың һаулығын һәм именлеген һаҡларға ярҙам итәсәк.