Өфө-Аэропорт юлында ремонт ваҡытынан алда тамамланыр тип көтөлә

Трассаның Аэропорт яғынан Өфөгә ингән йүнәлеше төҙөкләндерелә. Эш тәүлек әйләнәһенә алып барыла. БЮТ каналының ижади төркөмө төнгө ваҡытта юл һалыусыларҙың эше менән ҡыҙыҡһынды.

Өфө- аэропорт юлы буйлап тәүлегенә 120 мең тирәһе автомобиль үтә. Был иҫәпкә ҙур йөк машиналарары ла инә. Һөҙөмтәлә юл тиҙ боҙола, кәлейә барлыҡҡа килә. Үҙ сиратында сифатһыҙ юлда авариялар йыш теркәлә.

Участкала эш тәүлек әйләнәһенә алып барыла тиергә мөмкин. Төнгө смена киске һигеҙҙән таңғы етегә тиклем эшләй. Сәғәт көндөҙгө ун икегә тиклем ремонт туҡталып тора. Был ҙур тығындар барлыҡҡа килмәһен өсөн эшләнә.

Иҫке асфальтты был сменала өсөнсө машина алып сығам инде. Асфальт-бетон заводында уны киренән эшкәртәләр.

Тимерхан Мурзин, водитель

Юлсыларға автотранспорт колледжы студенттары ла ярҙам итә. Объектта улар практика үтә. Максим Кузьмин киләһе йылда диплом яҡлаясаҡ.

Мин бөгөн юл регулировкаһында торам. Ҡыҙыҡлы һәм яуаплы. Дәрестәрҙә бындай тәжрибә алып булмай.

Максим Кузьмин, Өфө автотранспорт колледжы студенты

Ремонт 7 саҡырымдан ашыу арауыҡта эшләнә. Ремонт план буйынса сентябргә тиклем, әммә юлсылар эште июлдә тамамларға иҫәп тота.

Рәмилә Исмәғилева