Өфөлә йылытыу миҙгеленә әҙерлек дауам итә

Күп ҡатлы йорт подвалдарында идарасы компания хеҙмәткәрҙәре йылытыу системаһы төҙөклөгөн һынай. Шулай уҡ иҫәпләү ҡоролмалары тикшерелә.

Был эш һәр йортта үткәрелә һәм сентябргәсә тамамлана. Баш ҡалала үҙәк йылытыу системаһына тоташтырылған 4 меңдән ашыу һәм газ, электр менән йылытылған 415 йорт иҫәпләнә.

Гидравлика һынауҙарынан тыш ревизия үткәрелә, торбалар, арматуралар алмаштырыла. Электр ҡоролмалары ла тикшерелә.

Венера Сафина, Өфө ҡалаһының торлаҡ хужалығы идаралығы бүлеге етәксеһе

Рәмилә Исмәғилева