Фольклориадаға сит илдән килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршылауға Мәскәү ирекмәндәре лә ҡушыла

Ойоштороу комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, фестиваль ҡунаҡтары Өфөгә Мәскәү аша килә. Уларҙы баш ҡаланың өс аэролорты ҡабул итә, делегаттарҙы аэровокзал буйлап «Мосволонтер» ресурс үҙәге ирекмәндәре оҙатып йөрөйәсәк.

3 июлдән 10-на тиклем Башҡортостанда уҙасаҡ күләмле проектта 2000-дән ашыу кеше ҡатнаша. Улар донъяның 48 иленең мәҙәниәте һәм йолаларын күрһәтәсәк.

Гөлдәриә Йосопова