Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда ауырып үлеүселәр һанын кәметеү планлаштырыла

Your browser doesn't support HTML5 video.

Барыһын да хафаға һалған был мәсьәлә Радий Хәбиров рәйеслегендә ойошторолған «Сәләмәтлек сәғәте»ндә тикшерелде.

Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, быйыл тәүге биш айҙа республикала мең кешегә 14,1 үлем осрағы теркәлгән. Күпселек осраҡта кешеләр ҡан әйләнеше системаһы, тын алыу органдары ауырыуҙары һәм яман шештән вафат була. Дөйөм күрһәткескә коронавирус пандемияһы ла кире йоғонто яһаған.

Әле төбәк 428 мең 460 доза «Спутник V», «ЭпиВакКорона» һәм «КовиВак» вакцинаһы алған. Яҡын көндәрҙә тағы ла 80 мең доза прививка киләсәк. Әле республика төбәктәрендә бер нисә поликлиника төҙөлә, шулай уҡ яҡын киләсәктә тағы ла ике медицина учреждениеһына нигеҙ һалына.

Кәңәшмәлә шулай уҡ һуңғы айҙа халыҡтың «Инцидент менеджмент» системаһына килгән мөрәжәғәттәре тикшрелде. Күп кенә ялыуҙар Өфөнөң Дим районы поликлиникаһы менән бәйле. Кешеләр учреждениеның заман талаптарына яуап бирмәүенә һәм медицина ярҙамын күрһәтеү сИфатына зарлана.

Радий Хәбиров биҫтәлә яңы поликлиника төҙөү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Бынан тыш, «Сәләмәтлек сәғәте»ндә күҙ ауырыуҙарын дауалау мәсьәләһе лә күтәрелде. Радий Хәбиров фекеренсә, республикалғы һуңғы үҙгәрештәр офтальмология өлкәһен яңы кимәлгә күтәрер тип көтөлә.

Илдар Байбулатов