Башҡортостанда йәшелсәселектең был йүнәлеше ныҡ үҫешмәһә лә, еләк үҫтереү менән шөғөлләнгән хужалыҡтар байтаҡ. Был йүнәлеш айырыуса төньяҡ райондарҙа үҫешкән. Шаран районында еләк үҫтереү буйынса махсуслашҡан тиҫтәнән ашыу хужалыҡ бар.
Олег Димитриевтың баҡсаһы иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә. Әле бында ҡыҙыу миҙгел башланған. Еләк плантацияһында эш барышы менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә танышты.
Димитриевтарҙың еләк плантацияһында ниндәй генә сорттар юҡ. Рәсәй селекционерҙары уйлап тапҡандар ҙа, сит илдәрҙән килтерелгәндәре лә бар. Һәр береһенең үҙенә генә хас өҫтөнлөгө , берәүҙәре иртәрәк өлгөрә, икенселәре сатлама һалҡындарға бирешмәй, өсөнсөләре эре йәки татлы. Еләк үҫтереү Димитриевтарҙың ғаилә шөғөлө. Алексей Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһын тамамлап ҡайтҡан, йәш агроном хужалыҡты яңы кимәлгә күтәрергә ниәтләй.
Димитриевтар сорттарҙы ғына түгел, яңы эш алымдарын да үҙләштерә. Бында һыу һибеү системаһының да төрлө ысулдары ҡулланыла. Еләктәргә тамсылап һыу ҡойоу системаһы ла, фонтан һымаҡ һиптереү технологияһы ла бар. Хужалыҡ етәксеһе Олег Димитриев әйтеүенсә, әле еләк майҙаны 23 гектарҙы биләй. Уңыш өлгөргән мәлдә тәүлегенә 3-4 тонна еләк йыйыла. Ә миҙгел дауамында 50 тонна тирәһе продукция һатыуға сығарыла.
Ике йыл элек хужалар еләкте һаҡлау өсөн һыуытҡыстар менән ике машина һәм 5 тағылма һатып алған. Был уңышты ташыу, һатыу эшен еңеләйтә. Ә бына еләкте йыйыуға ваҡытлыса эшселәр йәлеп ителә. Гөлнара Сирғәзина Димитриевтар хужалығына Саҡмағош районынан килгән. Еләк миҙгелен көтөп кенә торабыҙ, эш күңелле лә, табышлы ла, ти ул.
Димитриевтар йәшелсәселек менән 40 йыл элек шөғөллләнә башлаған. Хәҙер инде уларҙың баҫыуҙарында еләк тә, төрлө емеш ағастары ла үҫә. Хужалар әйтеүенсә, экологик яҡтан таҙа, сифатлы продукцияға ихтыяж һәр ваҡыт ҙур, шуға киләсәктә майҙандарҙы арттырыу ниәте лә бар.
Рәмзиә Кәримова