Ауырғазы районында янғында бәләкәй ҡыҙы менән атаһы һәләк булған

Бөгөн төндә Көйәҙебаш ауылында ағас йорт янған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, утта 42 йәшлек ир һәм 4 йәшлек ҡыҙ баланың ғүмере өҙөлгән. Йортта күп балалы ғаилә йәшәгән. Әсә кеше шифер шартлаған тауышҡа уянып өйҙө ут ялмап алғанын күреп ҡала һәм ғаиләһен уята. Атай кеше ике балаһы һәм ҡатының тәҙрә аша сығарып өлгөрә, әммә үҙен һәм бәләкәй ҡыҙын ҡотҡара алмай. Ваҡиға урынында тәфтишселәр эшләй һәм янғын сәбәптәрен тикшерә.