Башҡортостан юлдаш телевидениеһында йәйге ял һәм туризм буйынса тура эфирҙар дауам итә

Бөгөнгө брифингта балалар лагерҙарында беренсе сменалар ойошторолоуы, хәүефһеҙлек саралары күрелеүе, популяр туристик маршруттар тураһында һөйләйҙәр. Һорауҙарҙы БСТ-ның “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә ҡалдырырға була. Тапшырыу киске етелә башлана.