Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Башҡортостан Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәреш әҙерләнә. Уға ярашлы, төнгө ваҡытта шау-шыу ҡуптарыусыларҙы судҡа йәлеп итеү ҡарала. Былтыр йәмәғәт урындарында тыныслыҡты боҙоу буйынса 6 меңдән ашыу эш ҡаралған. Әммә күп осраҡта ғәйеплеләр яуап биреүҙән ҡотолған. Шуға республика депутаттары төндә тынлыҡты боҙған кешеләрҙе ҡатыраҡ язаларға тәҡдим итә.