Өфөлә Ҡала көнөндә өҫтәмә автобустар ебәрелә, парковкалар ябыла

12 июндә Өфөлә бер юлы өс байрам – Ҡала көнө, Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл һәм Рәсәй көнө билдәләнә. Күмәк халыҡ ҡатнашлығында ҙур байрам саралары ойошторола. Шуға Конгресс-холл һәм Дуҫлыҡ монументы янындағы парковка транспорт өсөн ябыҡ була. Кисен ҡалала ике майҙанда салют була. Автобустар төнгө ун икегә тиклем йөрөй.