Бөгөн Өфөгә “Берҙәм Рәсәй” партияһы генераль советы секретары Андрей Турчак килә

Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осраша. Унда партия ярҙамында республикала инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышыу була. Андрей Турчак шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе төбәк бүлексәһе ағзалары менән осраша һәм “Үргә” тигән проектта ҡатнашыусылар менән аралаша. Был проект әүҙем партия ағзаларына башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеү маҡсатынан булдырылған.