Башҡортостанда байрам көндәрендә дауаханаларҙың эш ваҡыты үҙгәрә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүенсә  поликлиникалар 12-се 14-се июндә иртәнге сәғәт 8-ҙән 17 сәғәткә тиклем халыҡты ҡабул итә, 13-сө – ял була. Ашығыс медицина ярҙамы бригадалары, травмпункттар һәм дежур хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда эшләй. Дауаханаларҙа пациенттар өсөн резерв урындар, дарыуҙар запасы әҙерләнә.