12 июндә Өфө урамдарында автобустар күберәк була

Айырым маршруттар буйынса өҫтәмә транспорт ебәрелә. Шәмбе Рәсәй көнө, Өфө көнө һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл тулыу билдәләнә. Бөтә йүнәлештәр буйынса йәмәғәт транспорты төнгө 12-гә тиклем йөрөй. Ленин исемендәге майҙанда һәм "Мотор төҙөүселәр" мәҙәниәт һарайы янында фейерверк була. Был урындарҙан халыҡты алып ҡайтыу өсөн күпләп автобустар килтерелә.