Депутаттар эшенә отчет бирә.
Бөгөн Өфөгә эш сәфәре менән «Берҙәм Рәсәй» партияһы генераль советы секретары Андрей Турчак килде. Радий Хәбиров менән улар баш ҡаланың Затон биҫтәһендә урынлашҡан Рима Баталованың спорт әҙерлеге мәктәбендә партия депутаттарының отчет айлығына старт бирҙе.
Сара урыны осраҡлы һайланмаған. 13 тапҡыр Паралимпия уйындарының чемпионы Рима Баталова исемендәге объект партия программаһы ярҙамында төҙөлгән. Фирҡә киләсәктә лә программаларында Рәсәй ҡалалары һәм ауылдарында спортты үҫтереүгә сығымдар бүлеүҙе ҡараясаҡ.
Рәмилә Исмәғилева