Өфө районы Ҡыҙылъяр ауылында йәшәүселәр йорттарында һыу баҫымы түбән булыуға зарлана

Your browser doesn't support HTML5 video.

Проблема ғәҙәттәгесә, йәй башланыу менән киҫкенләшә. Тамсылап ҡына тиерлек аҡҡан эсәр һыуҙың сифатына ла дәғүә белдереүселәр бар. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажында ҡарағыҙ.

«Һыу – йәшәү сығанағы» тиҙәр, Фая Сабурова ла был һүҙҙәрҙең хаҡлығына инанған. Ҡояш ҡалҡыу менән уянып ул, ҙур һауыттарға бер көнлөк запас туплай башлай. Юғиһә, көндөҙгө сәғәттәрҙә крандан бер тамсы һыу ҙа аҡмаясаҡ. Хужабикә эсәр һыуҙың сифатына ла борсолоуын белдерҙе.

Һыуҙы ҡайнатып эсергә тырышам. Тик сәйнүкте күпме йыуһаң да, юшҡын ултыра. Таҙартып өлгөрөп булмай.

Фая Сабурова, Ҡыҙылъяр ауылында йәшәүсе

Өфө районы Ҡыҙылъяр ауылында айырыуса йәйге осорҙа һыу менән тәьминәт мәсьәләһе киҫкенләшә. Күп фатирлы торлаҡта ғына түгел, шәхси йорттарҙа ла баҫым түбән. Баҡсалағы түтәлдәрҙе ямғыр яуып ҡотҡарһа, эсәр һыуҙы һатып алырға тура килә.

Урындағы хакимиәт етәкселеге лә һыу мәсьәләһенең киҫкен булыуын билдәләй. Ауыл тиҙ үҫешә, ҡулланыусылар һаны арта, һәр кемдең тиерлек баҡсаһы, шәхси хужалығы бар. Шул уҡ ваҡытта һыу менән тәьминәт системаһына законһыҙ тоташыусылар ҙа күҙәтелгеләй. Ун биш саҡрым оҙонлоҡта торбаларҙың иҫкереүе лә билдәле. Йәйге осорҙа авариялар ғәҙәти күренешкә әйләнгән.

Йыл аҙағында «Таҙа һыу» федераль проекты сиктәрендә Өфө районында һыу алыу ҡоролмаһы төҙөлөшө тамамлана. Ҡыҙылъяр ауыл биләмәһендә йәшәүселәр өсөн был көтөп алынған ваҡиға. Ете скважиналағы һыу һәр йортҡа тиклем барып етәсәк.

Был скважиналар элегерәк хәрби часҡа ҡараған. Уларҙа һыу күләме ҙур. Дүртәүһенән, хатта, ер өҫтөнә урғылып сыға. Шуға баҫым да көслө булыр тип көтөлә. Һыуға эшләнгән анализдар ҙа ыңғай һөҙөмтә күрһәтеп, уның эсергә яраҡлылығын күрһәтте.

Дмитрий Зөбәйеров, Ҡыҙылъяр ауыл биләмәһе башлығы

Ауылда ярты быуат элек һалынған инженер селтәрҙәрҙе яңыртыу дауам итә. Быйыл Совет урамында ғына өс саҡрымдан ашыу участкаға һыу үткәргес торбалар һалынған. Боҙға әүерелгән киҫкен һыу мәсьәләһенә алдағы йылдарҙа нөктә ҡуйыу планлаштырыла.

Гөлназ Хәйбуллина