Өфөнән Рәсәй ҡалалары буйлап автосәфәр старт алды

Акцияла ҡатнашыусылар Һамар, Волгоград, Дондағы Ростов, Новороссийск, Керчь, Севастополь һәм Ҡырымдың Белогорск ҡалаһы аша үтергә йыйына. Юлда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби-патриотик ойошмалар ағзалары менән осрашыу ҡарала, һәйкәлдәргә сәскә һалыу була. Автосәйәхәт Рәсәй көнө һәм Өфөнөң 447 йыллығына арнап ойошторола.