Башҡортостан Башлығы был турала республиканың профсоюз активы менән осрашыуында белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, стела Ағиҙел яры буйында, Өфөгә көньяҡтан ингән урында ҡуйыла. “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” һәйкәле өсөн өс урын тәҡдим ителде. Ағиҙел йылғаһы яры буйы, “Моторҙар эшләү” мәҙәниәт йорто майҙаны һәм Калинин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы күрһәтелгән ине. Быға тиклем халыҡ Еңеү паркын һайлағайны. Әммә стела макеты биләмәгә тура килмәне. Рәсәй Президенты указына ярашлы, былтыр 20 ҡалаға, шул иҫәптән Өфөгә, “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” статусы бирелде.