“Хеҙмәт даны”. Алдынғылар тәбрикләнде

Бөгөн Өфөлә бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына тәүге тапҡыр ошо миҙал тапшырылды. Арҙаҡлы замандаштарыбыҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бүләкләне. Награда оҫталыҡ, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт һәм юғары ҡаҙанаштыр өсөн бирелә. Танылған педагог, Өфөнөң Почетлы гражданы Миләүшә Мортазина беренсе миҙалға лайыҡ булды. Ул башҡорт опера һәм йыр сәнғәтен донъя кимәлендә танытҡан шәхестәрҙең береһе. Миләүшә Ғәли ҡыҙы тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Дәүләт наградаһын алыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. “Бөгөн минең өсөн икеләтә байрам”, - ти Шаран районынан механизатор Валерий Андреев. Ауылды яратам, тормошомдо ер эшенә бағышлауыма ғорурланам”, - ти ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Хеҙмәт даны” миҙалы көмөштән ҡойолған. Уның үҙәк өлөшөндө ҡурай сәскәһен ҡосаҡлаған ҡул һүрәте уйылған. Дәүләт наградаһына 100 кеше лайыҡ булды.