Өфөлә коронавирус менән көрәшеүселәргә һәйкәл ҡуйыла

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың профсоюз активы менән осрашыуында белдерҙе. Пандемия осоронда эшләгән ирекмәндәр, социаль хеҙмәткәрҙәр, табиптар, ашығыс ярҙам хеҙмәтендә эшләүселәргә бағышланған монументты 2022 йылда асыу ҡарала.