Инфекция ҡорбандары 537-гә етте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, вирус йоҡтороусылар исемлегенә 95 кеше өҫтәлгән. Стационарҙа дауаланыусыларҙың 28-е ауыр хәлдә, 3 пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Табиптар халыҡты ковидҡа ҡаршы прививка яһатырға өндәй. Республикала 170-тән ашыу урында, шул иҫәптән мобиль пункттарҙа вакцина эшләтергә була.