Башҡортостанда «Хеҙмәт даны» миҙалы тапшырыла башлай

Дәүләт наградаһы Республика башлығы указына ярашлы юғары һөнәри оҫталыҡ, эшкә тоғролоҡ, оло хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн бирелә. Бөгөн уны тәүге тапҡыр тапшырыу тантанаһы үтте. Радий Хәбиров ҡулынан юғары награданы йөҙгә яҡын кеше алды. Бүләкләнеүселәр менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.

Миләүшә Мортазинаның исеме Башҡортостан халҡына яҡшы таныш. Талантлы педагогтың вокал мәктәбе Рәсәйҙә генә түгел, тотош донъяла киң билдәле. Уҡыусылары ил сәхнәләрен яулай. Миләүшә Ғәли ҡыҙының тормош юлы фиҙаҡәрлеҡ һәм үҙ һөнәреңә тоғролоҡ өлгөһө. Беренсе номер аҫтындағы «Хеҙмәт даны» миҙалы ла бөгөн мәшһүр педагогҡа тапшырылды.

«Хеҙмәт даны» наградаһы Республика башлығы указына ярашлы булдырылған. Миҙал үҙе көмөштән ҡойолған, ә түңәрәк эсендә алтынға бәрәбәр оҫта ҡулдар һүрәте. Тап улар мөғжизә тыуҙырыу һәләтенә эйә лә инде. Бүләкләнеүселәрҙең барыһын да хеҙмәткә һөйөү бәйләй, тине Радий Хәбиров.

Тәүге наградаларҙы тапшырыу урыны итеп Республика Профсоюздар йорто майҙаны ла осраҡлы ғына һайланмаған. Профсоюздарҙың төп бурысы булып хеҙмәт кешеһен яҡлау тора. Тап ошонда халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәримдең һәйкәле лә урынлашҡан.

Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр, быуын кешеләре бар. Һәр береһенең хеҙмәт стажы 30, 40 йылдан ашыу. Мәҫәлән, бар ғүмерен йәш быуынға белем биреүгә арнаған педагогтар.

Иртә таңдан ҡара кискә тиклем баҫыуҙарҙы иңләгән ялан батырҙарының хеҙмәте лә ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ. Миҙал алыусылар араһында бөгөн ер хужалары ла бар. Мәҫәлән, Яңауыл районынан ғүмер буйы механизатор булып эшләгән Рәдис Әхмәтов йәки Көйөргәҙенән Рәфис Сөләймәнов.

Һәм әлбиттә, медицина хеҙмәткәрҙәре. Коронавирус пандемияһы был һөнәр эйәләренең йәмғиәттә тотҡан мөһим урынын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Улар беҙҙең сәләмәтлек, ғүмер һағында тора. Хәйбулланан табип Фәрит Абдуллин әйтеүенсә, эш хәҙер күпкә ҡатмарлыраҡ.

Республика башлығы әйтеүенсә, бөгөн Башҡортостандың социаль-иҡтисади күрһәткестәре яҡшыра. Һәм был уңышҡа һәр бер хеҙмәт кешеһенең көсө һалынған.

Тормош кеше организмы һымаҡ. Бер ағза үҙ функцияһын үтәмәй икән башҡаларына көс төшә. Дөйөм уңышҡа ла берҙәмлек, тырышлыҡ менән генә өлгәшергә мөмкин. «Хеҙмәт даны» миҙалын тапшырыу тантанаһы шуға асыҡ миҫал.

Рәмзиә Кәримова