Шулай уҡ баш ҡалала коронавирусҡа ҡаршы көрәшеүселәр хөрмәтенә һәйкәл ҡуйыласаҡ. Был турала Республика башлығы бөгөн профсоюздар активы менән осрашыуҙа белдерҙе.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, әлеге көндә төп проблема халыҡтың мәшғүллеге менән бәйле. Коронавирус пандемияһы мәлендә эшһеҙҙәр һаны яҡынса 130 меңгә тиклем барып еткән. Әле күрһәткес яҡшырған. Эшһеҙлек буйынса иҫәптә тороусылар 55 мең тирәһе.
Вакансиялар юҡ түгел, хатта тәҡдим ихтыяжға ҡарағанда ла күберәк. Әммә хеҙмәт хаҡы түбән булыу сәбәпле, халыҡ был эш урындарына барырға теләмәй. Башҡортостан башлығы профсоюз комитеты ағзаларын инвестиция советы составына ла индерергә тәҡдим итте.
Был осраҡта улар инвесторҙар биргән эш урындары, хеҙмәт хаҡы, шарттар тураһында бар мәғлүмәтте белеп торасаҡ. Профсоюздар яғынан күтәрелгән башланғыстарға ла дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк, тине Радий Хәбиров.
Рәмзиә Кәримова