Башҡортостанда даими ҡан тапшырыусыларға «Почетлы донор» исеме бирелде

Халыҡ-ара донор көнө алдынан Башҡортостанда даими ҡан тапшырыусыларға «Почетлы донор» исеме бирелде. Һөҙөмтәлә 11 мең донорҙан торған исемлек 60 кеше менән тулыланды. Улар Республика ҡан тапшырыу станцияһында аҡсалата сертификат менән бүләкләнде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Өфөлә йәшәүсе Рифҡәт Бикбулатов республика һәм ил донорҙары араһында рекордсмен һанала. Үҙ ғүмерендә ул 500 литрҙан ашыу ҡан тапшырған. Тәжрибәле донор уҙған быуатта һәм бөгөн ҡан тапшырыу шарттары ҡырҡа айырыла тип иҫәпләй. Элек донорҙар махсус кейем кейеп, ҡанды донорҙан пациентҡа туранан-тура биргән.

Рифҡәт Бикбулатов кеүек күп тапҡыр ҡан тапшырыусылар «Почетлы донор» исеменә лайыҡ булды. Башҡортостанда иҫәпләнгән 11 мең донор сафына тағы ла 60 кеше өҫтәлде.

Почетлы донор булыр өсөн 40-тан ашыу тапҡыр ҡан тапшырыу талап ителә. Был шарт үтәлгән осраҡта донорға йылына бер тапҡыр 15 мең һумлыҡ сертификат бирелә. Йоғошло сирҙәр менән ауырымаған, 18 йәше тулған сәләмәт кешеләр генә донор була ала.

Тарихҡа ярашлы, элек пациентты ҡотҡарыу өсөн тәү башлап хайуандарҙың ҡанын ҡулланып ҡарағандар. Донорлыҡ заманса кимәлгә еткерелгәнсе күптәрҙең ғүмере өҙөлгән. Рәсәйҙә тәүге уңышлы ҡан тапшырыу осрағы 1832 йылда теркәлгән. Санкт-Петербург ҡалаһында бала табып күп ҡан юғалтҡан ҡатынға иренең ҡаны күсерелгән.

Республика ҡан тапшырыу станцияһы төбәкте тулыһынса донор ҡаны менән тәьмин итә. Ҡан бирергә теләүселәр ентекле тикшереү үткәс кенә материал ҡан базаһына ҡабул ителә. Быға тиклем йәмәғәтселек яҡын кешеләре ярҙамға мохтаж ваҡытта ғына ҡан тапшырһа, һуңғы йылдарҙа ирекле рәүештә донор булырға теләүселәр арта.

Флорида Ким