Тарихсының исеме – тарихта...

Өфөлә күренекле ғалим, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры Әнүәр Әсфәндиәров иҫтәлегенә шәхес үҙе йәшәгән йортта таҡтаташ асылды.

Башҡорт халҡы тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән Әнүәр Әсфәндиәров 20-нән ашыу монография, 12 китап, дәреслектәр, 300-ҙән ашыу ғилми-тарихи мәҡәлә авторы. Ул фән донъяһында бай йөкмәткеле хеҙмәттәр яҙып халыҡ хөрмәтен яулаған билдәле шәхес.

Хәтер сараһында ҡатнашыусы сәйәсмәндәр, ғалимдар әйтеүенсә, Әнүәр Закир улы республиканың бер нисә быуын тарихсыларын тәрбиәләгән талапсан һәм ғәҙел остаз, уҡытыусы һәм кәңәшсе. Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған ғалим иртә етем ҡалып балалар йортонда тәрбиәләнгән.

Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын тыуған республикаһы менән бәйләй. Әнүәр Әсфәндиәровтың күп йыллыҡ һөҙөмтәле эшмәкәрлеге лайыҡлы баһалана. Ул тарих фәндәре кандидаты, СССР юғары мәктәбе отличнигы, Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауераты.

2014 йылда вафат булған тарихсының иҫтәлегенә төбәктә «Әсфәндиәров уҡыуҙары» һәм башҡа иҫәтлекле саралар ойоштороу көтөлә.

Флорида Ким