«Бөгөн Башҡортостан тотош ил менән бергә дәүләтселек байрамы – Рәсәй көнөн билдәләй.
Был көн барыбыҙҙы уртаҡ яҙмышыбыҙ Ватаныбыҙ тарихы менән Рәсәй дәүләтселеген нығытыу традицияларына йүнәлтә, күп милләтле халҡыбыҙға хеҙмәт итеү бурысы тирәләй берләштерә. Кешелеккә һәләтле, фиҙаҡәр һәм көслө рухлы шәхестәр биргән илебеҙ менән ғорурланабыҙ.
Ватаныбыҙҙың бөйөклөгөн фиҙаҡәр хеҙмәте менән нығытҡан, уның өсөн яуҙа батырлыҡ күрһәткән оло быуын вәкилдәренең ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ. Беҙ артабан да ветерандар тураһында хәстәрлек күреп, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләйәсәкбеҙ.
Бай тарихи мираҫҡа нигеҙләнеп, Рәсәй менән Башҡортостан үҫешенең яңы һәм сағыу битен асабыҙ. Был һүҙҙәрҙе ил етәкселегенең беҙҙең иҡтисади ҡаҙаныштар һәм республиканың инвестиция мөмкинлектәренә юғары баһа биреүе раҫлай», - тиелә Башҡортостан башлығының Рәсәй көнө уңайынан ҡотлауында. Радий Хәбиров шулай уҡ баш ҡала халҡын Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 447 йыл тулыу һәм Салауат Юлаевтың тыуыуының 267 йыллығы менән дә тәбрикләне.