Университет сиктәрендә фольклориада

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфө дәүләт нефть техник университеты уҙғарған интернэшнл-фест байрамын шулай атарға мөмкин. Уҡыу йорто төрлө милләт студенттарын йыйып дуҫлыҡ байрамы ойошторҙо. Университет биләмәһендә төрлө милләт аш-һыуҙары бешерелде.

Сит ил студенттары һәр береһе үҙенең мәҙәниәте, милли кейемдәре һәм аш-һыуы менән таныштырҙы. Былауҙың ғына тиҫтәнән ашыу төрө тәҡдим ителде.

Интернешнл -фест байрамы ойоштороу идеяһы пандемия шарттарында барлыҡҡа килә. Коронавирус таралыу сәбәпле, йыл һайын уҙғарыла килгән Наурыҙ һәм Африка көнө үтмәй. Уҡыу йорто етәкселеге берләштереп интерфест ойошторорға ҡарар итә. Уңышлы килеп сыҡҡан байрамды йыл да үткәрергә ҡарар ителә.

Айнур Кәбиров