Зәки Вәлиди исемендәге китапханала «Исемһеҙҙәр» тип исемләнгән күргәҙмә эшләй башланы

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Исемһеҙҙәр» Өфөлә. Зәки Вәлиди исемендәге китапханала ошолай тип исемләнгән күргәҙмә эшләй башланы. Рәсәй-Польша экспозиция проектын журналист Михаил Шимко менән Варшавалағы Фәндәр социаль академияһы студенты Доминика Хмелевская ойошторған.

Улар Лемки халҡының тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен өйрәнгән. Компьютер программалары ярҙамында ташландыҡ ауылдарҙы йәнләндергән. Күргәҙмә 8 июлгә тиклем эшләй. Һуңынан экспозиция башҡорт халҡын сағылдырған картиналар менән тулыландырылып Польшаға оҙатыла.

Беҙҙең фонд мәҙәни-гуманитар йүнәлештәге проекттарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Бындай ике яҡлы экспозицияның барлыҡҡа килеүе бик яҡшы. Пандемия шарттарында ла үтә лә һөҙөмтәле алым. Сиктәр ябыҡ булһа ла, күргәҙмә Рәсәй һәм Польша ҡалалары буйлап йөрөйәсәк.

Александра Голубова, «Рәсәй-Польша диалог һәм килешеү үҙәге» фонды директоры

Айнур Кәбиров